«Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» программаһы сиктәрендә республиканың 267 тораҡ пунктында 4G база станциялары ҡуйылған. Быйыл халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса тағы ла 86 ауыл юғары тиҙлекле мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк. Башҡортостанда һанлы инфраструктура үҫеше, йорттарҙы глобаль селтәргә тоташтырыуға бәйле проекттар тураһында киләһе репортаж.
Туғандар менән видеобәйләнеш аша аралашыу үҙе бер кинәнес, күрешкәндәй булаһың. Фәнүзә менән Айрат Суриндар ғаиләһе лә яҡындары, балалары менән көн дә телефон аша һөйләшә. Ауылға ҡуйылған яңы элемтә станцияһы мобиль интернеттың тиҙлеген арттырыуға булышлыҡ иткән.
Төпкөл ауылдар ҙа хәҙер бәйләнештә. «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» программаһы сиктәрендә һуңғы өс йылда Хәйбулла районының тиҫтәнән ашыу тораҡ пунктында элемтә станцияһы ҡоролоп, мобиль бәйләнеш булдырылды. Был мөмкинлек Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолған тауыш биреүҙә уңышлы ҡатнашыу һөҙөмтәһе. Әбеш ауыл биләмәһенә килгәндә, элемтәгә бәйле киҫкен мәсьәлә 2021 йылғы урман янғындарынан һуң ыңғай хәл ителә башлаған.
Федераль проект сиктәрендә Күгәрсен районындағы бәләкәй ауылдар ҙа мобиль интернетлы булған. Һатлыҡ ауылы ла 100-ән 500 кешегә тиклем йәшәгән тораҡ пункттар араһында еңеү яулаған.
Һатлыҡ ауылындағы социаль учреждениеларға һәм йорттарға интернет бер нисә йыл элек үткәрелгән булған. Китапхана хеҙмәткәре Мәҙинә Хөсәйенова билдәләүенсә, глобаль селтәргә сығып эшләү - заман талабы.
Башҡортостанда һанлы инфраструктураны үҫтереү, мобиль интернет тиҙлеген арттырыу буйынса һөҙөмтәле эш башҡарыла. Тораҡ пункттарҙан тыш, федераль һәм төбәк әһәмиәттәге юлдар ҙа иғтибар үҙәгендә
Ауырғазы районы Миҫеле ауылы мәктәбендә лә хәҙер дәрестәр интерактив алымдар ҡулланып ойошторола. Былтыр учреждениеның юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителеүе - белем биреү процессын күпкә еңеләйткән. Информатика дәресенә лә балалар айырыуса теләп йөрөй.
Миҫеле ауылы социаль учреждениелары һәм йорттарҙың юғары тиҙлекле интернетҡа тоташыуы - урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған ваҡиға. Айырыуса бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр яңылыҡты ҡыуанып ҡабул иткән.
Проект буйынса республиканың 1000ән кәмерәк кеше йәшәгән тағы ла ике тиҫтәнән ашыу тораҡ пунктында 6000 гә яҡын йорт юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителеү мөмкинлеге алған, элемтә операторҙары быд йүнәлештә һөҙөмтәле эш алып бара. әлегә йорттарҙың өстән бер өлөшө глобаль селтәргә тоташтырылған.
Гөлназ Хәйбуллина