Үҫмерҙәр «Асыш» медиапроектында үҙ проекттарын яҡланы. Медиаконкурстың беренсе этабы онлайн форматта үтте. Ҡатнашыусылар конкурска үҙҙәренең тикшеренеү эштәре тураһында видеояҙма төшөрөп әбәргән. Йәш тикшеренеүселәр биш номинацияла ярышты. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырылды.
Медиапроект Рәсәйҙең таусылар мәктәбен ойоштороусы, күренекле башҡорт мәғдән сәнәғәтсеһе, Санкт-Петербург дәүләт таусылар институтына нигеҙ һалыусы Исмәғил Тасимов исемен йөрөтә. Проектта ҡатнашыусыларға мәғдәнсе Исмәғил Тасимовтың эшмәкәрлеге һәм тормошо яҡшы өлгө буласаҡ. Проект буйынса «Тамыр»телеканалы тәбиғи фәндәр өлкәһендә еңеү яулаған балалар хаҡында фильмдар төшөрәсәк. Бынан тыш, күренекле башҡорт ғалимдары хаҡында балалар өсөн «АСЫШ» документаль фильмдар циклы ла донъя күрәсәк. Әлеге ваҡытта танып-белеү форматында ике документаль картина төшөрәлгән дә инде.