Башҡортостан ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә

Ил  Президенты Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтарға, уларҙың тол ҡатындарына, “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе”   билдәләре менән бүләкләнгән граждандарға һәм бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына 80 мең һум аҡса бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда эшләгәндәр, һуғыш йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден-миҙалдары менән бүләкләнгәндәр һәм концлагерь, төрмә, геттолар тотҡондарына 55 мең һум түләнә. Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә,  әле Башҡортостанда  түләү алырға хоҡуҡлы 7  мең ярымдан ашыу граждан, шул иҫәптән 116 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид йәшәй. Аҡса апрель пенсияһы менән бергә бирелә.