Был турала вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Радий Хәбиров етәкселегендәге Республика делегацияһының Беларуссияға эш сәфәре барышында тура авиабәйләнеште үҫтереү тураһында килешеү төҙөлдө. Яңы авиарейсты асыу “Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге” проектын артабан нығытыуға булышлыҡ итергә тейеш. Ике йыл эсендә республиканан өлкән йәштәге 3 меңгә яҡын кеше Белоруссияла булып ҡайтты.