Дәүләт Думаһында тимер юл туризмын үҫтереү тураһында закон ҡабул ителде

Ҡанун “тимер юлда туристарҙы йөрөтөү”, “турист поезы”, туристар өсөн тимер юл маршруты” тигән төшөнсәләрҙе аныҡлай. Законға ярашлы, тимер юл транспортында туристик сәфәрҙәр ойоштороу өсөн тейешле шарттар булдырыла. Сәфәр барышында экскурсия һәм саралар уҙғарыла. Эске туризмды үҫтереү маҡсатында дәүләт власы органдарының вәкәләттәре киңәйтелә.