Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан бүлексәһе ветерандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡса тапшырасаҡ. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 80 мең һум күләмендә түләү Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, уларҙың тол ҡатындарына, шулай уҡ «Ленинград блокадаһында йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе» һәм «Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе» билдәләре менән бүләкләнеүселәргә, концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондарына тапшырыла.
55 мең һум күләмендәге түләү Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда эшләүселәргә, һуғыш йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнеүселәргә һәм шулай уҡ нацист концлагерҙары, төрмәләре һәм геттоларҙың бәлиғ булған тотҡондарына тапшырыл. Әлеге ваҡытта республикала 7 мең кеше ошо түләүҙәрҙе алыу хоҡуғына эйә.