Эш һөҙөмтәләренә һәм киләсәккә бурыстарға арналған конференция «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үтте. Фекер алышыуҙа төрлө министрлыҡ, ведомство, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Күҙәтеү комиссияһы мәжбүри тотоу урындарына эләгеүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эш алып бара. Бында холоҡ төҙәтеү учреждениелары, махсус мәктәп-интернаттар ҙа күҙ уңында тотола. Һүҙ уларға уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу тураһында ғына түгел, мөнәсәбәт тураһында ла бара. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ыңғай яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә, шарттар, туҡландырыу кимәле яҡшыра. Конференцияла ҡатнашыусылар киләсәктә лә хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау өсөн берлектә эш алып барырға килеште.