Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты. Республика хөкүмәт йортонда үткән ултырышта төбәктә спорт инфраструктураһы үҫеше, күләмле спорт сараларын ойоштороу һәм яңы объекттарҙы төҙөү һорауҙары ҡаралды. Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт һәм әүҙем тормошҡа йәлеп итеү йүнәлешендә күп яҡлы эш алып барыла. Ошо маҡсатта 16 яңы спорт объекты төҙөлөшө дауам итә.
Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов Башҡортостанда Халыҡ-ара спорт саралары юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Республика яңы спорт объекттарын сафҡа индереү күрһәткестәре буйынса алдынғы өс төбәк исемлегендә. Декабрҙә үтәсәк мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн беренсе ҡышҡы спартакиада ла республиканың спорт тарихына яҙыласаҡ күләмле сара булыр тип күҙаллана.