Башҡортостан декабрҙә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһын ҡабул итәсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн һаңғырауҙар спорты буйынса ҡышҡы спартакиаданы ябыу тантанаһында белдерҙе. Хәбәр итеүебеҙсә «Беҙ бергә. Спорт» тип аталған ярыштар республикала 10 көн дауамында барҙы. Өфөнөң Спорт һарайында уҙған сағыу йомғаҡлау тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Спорт һарайының боҙ майҙаны мең төрлө уттарҙан, сағыу төҫтәрҙән балҡып, дәртле көйҙәрҙән яңғырап тора. Тик спартакиадала ҡатнашыусылар ғына был моңдарҙы ишетмәй, улар мәңгелек тынлыҡ донъяһында йәшәй. Әммә һаңғыраулыҡ спорт менән шөғөлләнергә, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшергә ҡамасауламай. Беҙ һаңғырауҙар спорты буйынса тәүге ҡышҡы спартакиаданы ҡабул иттек һәм уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыштыҡ тине, Радий Хәбиров.
Спартакиадала Рәсәйҙең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан. Саңғы, сноуборд, хоккей, шахмат ярыштары Өфөлә ойошторолған, ә бына керлинг буйынса еңеүселәр Ишембай ҡалаһы аренаһында асыҡланған. Тау саңғыһы спортын һөйөүселәр Әбйәлил районында йыйылған. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, спартакиада һәр урында ла юғары кимәлдә ойошторолған.
Спартакиада тамам, еңеүселәр, призерҙар билдәле. Был спорт ярышы ғына түгел. дуҫлыҡ, берҙәмлек, рух байрамы булды, ти ҡунаҡтар.
Башҡортостан башлығы бөгөн декабрҙә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһын ҡабул итәсәге тураһында ла белдерҙе.
Иң мөһиме, республикала донъя, ил кимәлендәге сараларҙы уҙғарыу өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Халыҡ-ара талаптарға яуап биргән спорт объекттары эшләй.
Ишетеү һәләтен юғалтғандар өсөн спартакиада ғәҙәти спорт ярышы ғына түгел. Был сара тормош һынауы, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмағандар алдында баш эйеү, һынмаҫ рух көсөнә дан йырлау ҙа булып тора. Башҡортостан сурдлимпия хәрәкәтен тәүге тапҡыр ғына ҡабул итмәй, 2 йыл элек республикала 30-ҙан ашыу ил спортсылары ҡатнашлығында йәйге сурдлимпия уйындары үтте.
Рәмзиә Кәримова