Шәхси йорт төҙөү һәм ер участкаларын файҙаланыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе


Рәсәйҙә 1 марттан шәхси йорт төҙөү һәм баҡсасылыҡ өсөн бүленгән ер участкаларын файҙаланыуға ҡағылышлы ҡануниәткә үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Ер хужалары участокҡа милек хоҡуғы алғандан һуң уны өс йыл эсендә төҙөлөш башларға тейеш. Әгәр участкала бер ниндәй ҙә эш башҡарылмаһа, дәүләт уны тартып алып, һатыуға ҡуйырға хоҡуҡлы.Яңы законға ярашлы участкала төҙөлөш эштәре башлау өсөн өс йыл бирелә. Әгәр ҙә милексе ер участкаһын тәртипкә килтермәй, төҙөлөш башламай икән законға ярашлы яуаплыҡҡа тарттырыла.


Ҡануни үҙгәрештәргә ярашлы файҙаланмаған ер участкаһы күрһәткестәре закон буйынса теүәл билдәләнә. Ағас, сүп үләндәре үҫкән, хужалыҡ ҡалдыҡтар туҙып ятҡан учаскаларҙы тәртипкә килтереү мотлаҡ. Әлбиттә, ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән милекселәр менән тәү башлап иҫкәртеү саралары ойошторола. Граждандар участокты тәртипкә килтермәй, төҙөлөш башламай икән ер дәүләт тарафынан тартып алына.

Петр Клец, Росреестр-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе