Мәскәүҙә Башҡортостандың хәрби руханиҙары тураһындағы фильмдың премьераһы үтте


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға рухи ярҙам иткән Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор тураһында төшөрөлгән «Пути твои» фильмы баш ҡаланың «Рәсәй» милли үҙәгендә күрһәтелде. Был турала тәүгеләрҙән булып социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Изге ҡәрҙәштәрҙең дуҫлығы һәм батырлығы тураһындағы ысын тарих илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Алғы һыҙыҡта һәм тылда улар көн һайын рухи батырлыҡ ҡыла, күптән көтөлгән еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә.

«Пути твои» кинотаҫмаһы фильм-сәфәр булып тора. Руханиҙар Өфөнән Донецкиға гуманитар ярҙам алып бара, улар менән оператор төркөмө һәм актер Илья Глинников та була. Юлда улар төрлө ҡалаларҙа туҡтай, дини ойошма вәкилдәре менән осраша, үҙ фекерҙәре һәм тарихтары менән уртаҡлаша.


Тормош юлымда Хәмзә хәҙрәт менән Отец Виктор кеүек шәхестәр осратҡаныма сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар ысын мәғәнәһендә Изге кешеләр. Эш һәм фильм төшөрөүҙән тыш беҙ улар менән туғандарса дуҫлаштыҡ. Улар алғы һыҙыҡта яугирҙарға рухи ярҙам күрһәтеп мөһим эш башҡара

Илья Глинников, актер