Ябай ауыл уҡыусыһынан юғары мәктәп профессорына тиклем. Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәхим Зәки улы Мерәҫев был юлды тырышлығы, эшһөйәрлеге, телдәрҙе өйрәнеүгә булған көслө ынтылышы арҡаһында уңышлы үтә алған. Бөтә илдә билдәлелек яулаған уҡытыусы үҙенең күркәм ғүмер байрамын яратҡан студенттары һәм коллегалары менән бергә ҡаршыланы. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Уҡытыусы - романтик һөнәр, әммә ул үҙ эсенә ғалим интеллектын, актер талантын, сәйәсмән ышанысын, разведчик сыҙамлығын, сапер һаҡсыллығын, дипломат һығылмалылығын алған. Ҙур сәхнәлә арҙаҡлы ғалимды, тел белгесен күркәм юбилейы менән тәбрикләүселәрҙең һәммәһе прфессор Рәхим Зәки улы Мерәҫевҡа ҡарата булған ошондай йылы тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
Тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, почетлы профессор... Рәхим Зәки улы яулаған үрҙәр һәм бейекләктәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Рәхим Мерәҫев алты тиҫтә йылға яҡын мөғәллимлек итә. Ул 300 яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 18 йыл дауамында немец филологияһы кафедраһы мөдире була, 24 йыл роман-герман телдәре факультеты деканы кеүек яуаплы вазифала эшләй. Ғалимда белем эстәгән студенттар Шекспирҙың Ромео һәм Джульетта әҫәрен латин телендә, Гете шиғырҙарын немец телдәрендә уҡып ишеттерҙе.
Профессор яратҡан студенттары янына һәр ваҡыт күтәреңке кәйефтә юллана. Мөләйем ҡарашлы, тәрән белемле ғалим һәр студентына ихлас һәм атайҙарса йылы мөнәсәбәттә. Практик дәрестәр һәм лекцияларҙа үҙеңде хатта бөтөнләй икенсе мөхиткә, сит илгә килеп ингәйндәй хис итәһең. Алты телдә иркен аралашҡан Рәхим Зәки улы сит телдәрҙе өйрәнеүсе студенттарға яҡшы белгес булыуҙан тыш, телдәргә һөйөү тәрбиәләүсе тылсымсы ла булып тора.
Гүзәл Борханова