Тарихи дата айҡанлы бөгөн төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, хәрби ветерандар, яугир-интернационалистар «Ҡайғылы әсә» һәйкәленә сәскә һалды, һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Афған һуғышы илебеҙ тарихындағы ҡайғылы биттәрҙең береһе, хәрби бәрелештәр 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә. Йәғни, был ҡан ҡойош 9 йылдан ашыуға һуҙыла. Афғанстанда 620 мең совет һалдаты, офицеры интернациональ бурысын үтәй. Башҡортостандан афған һуғышында 9 мең яҡташыбыҙ ҡатнаша, уларҙың 343-ө һәләк була, 5-һе хәбәрһеҙ юғала. Республика халҡы интернациональ бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән егеттәрҙе онотмай. Хәтер митингынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Афған һуғышын бергә үткән егеттәрҙең исеме мәрмәр таҡтаға ғына түгел, дуҫтарының, яҡындарының йөрәгенә яҙылған, мәңгегә хәтергә уйылған. Илдус Батталов әрме хеҙмәтенә 1987 йылда саҡырыла, әҙерлек үткәндән һуң һалдатты Ҡабулға ебәрәләр. Ул хәрби бәрелештәр тамамланғасы Афғанстанда була, совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙа ҡатнаша. Йәшләй генә һуғыш михнәтен татыған Илдус Батталов бөгөн дә сафта, 2 йыл элек ул махсус хәрби операцияға юлланған, алғы һыҙыҡта медицина ярҙамы күрһәтә. Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.
18 йәштә генә ут эсенә барып ингән егеттәр хәҙер 6-сы, 7-се тиҫтәһен ҡыуа. Әммә йылдар үтһә лә афған хәтирәләре онотолмай. Ул күңелгә дары еҫе менән һеңгән, ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған, әсәләрҙең күҙ йәше булып тулған. Флүр Ғарипов афған һуғышы ветераны, махсус хәрби операция башланғандан һуң ил именлеге һағына баҫа. «Шурави» ҡушаматы аҫтында.
Хәтер митингында билдәләнеүенсә, яугир-интернационалистар бөгөн дә илдең ныҡлы терәге һәм ысын дуҫлыҡ өлгөһө булып тора. Улар һәләк булған хеҙмәттәштәренең исемен мәңгеләштереү эшен алып бара, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Утлы йылдар эҙһеҙ үтмәй. Яугир-интернационалистар әйтеүенсә, тере ҡалғандарҙың сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә. Шуға күрә лә улар һәр көндөң ҡәҙерен белеп, илгә, халыҡҡа файҙа килтереп йәшәй. Һуғыш тыныс тормоштоң, ғүмерҙең һәр минутының ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Рәмзиә Кәримова