Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай мәктәбендә Герой партаһы асылды


Герой партаһы. Ил кимәлендә старт алған Бөтә Рәсәй мәғариф проекты Башҡортостан район-ҡалалары мәктәптәрен иңләй. Йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өлгөһөндә тәрбиәләү, уларҙы хөрмәтләү маҡсатында ойошторолған сара Баймаҡ районында ла үтте. Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары Ватан тарихын дәреслектәрҙән уҡып ҡына түгел, ә районда, ауылда тыуып-үҫкән герой яҡташтары аша ла белә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡытыусыларының йыры яугир ауылдаштарына дан булып яңғырай. Ауылдан махсус хәрби операцияла бөгөн ике тиҫтәләп ир-егет ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа, уларҙың дүртәүһе батырҙарса һәләк булған. Яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә арнап мәктәптә Герой партаһын асылды. Өҫтәлдә яҡташтарының фотоһы, биографияһы һәм ҡаҙаныштары тураһында тулы мәғлүмәт урын алған. Герой партаһында ултырыу хоҡуғы тик яҡшы уҡыған һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға бирелә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Үрге Таулыҡай ир - егеттәр һынатмай. Уларҙың батырлығы орден-миҙалдар менән баһаланған. Исемдәре Рәсәй оборона министрлығы тарафынан маҡтап телгә алына.

Герой партаһын асыу тантанаһы уңайынан мәктәптә ҡаһарманлыҡ буйынса асыҡ дәрес тә үтте. Ялға ҡайтҡан яугирҙар махсус хәрби операцияның башланыу тарихы, Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары, әрмелә хеҙмәт итеүҙең мөһимлеге, Тыуған илгә һөйөү, хәрби бурысты үтәү тураһында һөйләне. Тылдан килгән ярҙамдың мөһимлеген билдәләне. Осрашыу уҡыусылар өсөн тулҡынландырғыс та, фәһемле лә булды.

Үрге Таулыҡайҙа илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләү маҡсатында батырлыҡ дәрестәре, ҡаһарман ауылдаштары тураһында төрлө хәтер һәм ҡәҙер саралары үтәсәк әле. Уҡыусыларҙа был мәктәптә ҡасандыр Рәсәй батырҙары уҡыуын, уның партаһын күреп ғорурлыҡ хисе уянасаҡ. Батырҙарға хөрмәт һәм ихтирам мәңгелек.

Азат Ғәлиуллин