Мәләүез районында ҡотҡарыусылар икенсе тәүлек һыу аҫты һунарсыһын эҙләй


Ир Иштуған ауылы янындағы йылғала батҡан тигән фараз бар. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә юғалған кешенең дуҫы мөрәжәғәт иткән. Шунда уҡ ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары килгән. Тәү сиратта һыу аҫты һунарсыһын һуңғы тапҡыр күргән участка тикшерелә. Белгестәр һыу аҫты һунарсылығы организм өсөн ғәйәт ҙур физик көсөргәнеш талап иткән шөғөл булыуын билдәләй. Шуға ла улар бындай күңел асыу фажиғәгә килтереүе ихтимал тип иҫкәртә.