«Именлек мәктәбе-ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ» республика конкурсына йомғаҡ яһалды


Ватанды һаҡлаусылар йылында «Именлек мәктәбе-ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Тактик медицина буйынса ярыштарҙа республика район-ҡалаларынан барлығы 386 үҫмер көс һынашҡан. Финалға үткән 42 үҫмер Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында өс йүнәлештә таһыллығын күрһәтте. Ярыштар балаларҙы һәм йәштәрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләренә өйрәтеү маҡсатында уҙҙы. Йәштәр яу яугирҙарға ҡоро душтар әҙерләне, алғы һыҙыҡтағыларға йылы йөкмәткеле хаттар яҙҙы.


Тактик медицина буйынса ярыштарҙа беренсе урын яуланым. Был күнекмәләр тормошта бик кәрәкле. Йыуыныу кәрәк-яраҡтары әҙерләштем. Бынан тыш, яугирҙарҙың рухын күтәрер өсөн йылы йөкмәткеле хат та яҙҙым.

Айя Ибраһимова, «Именлек мәктәбе - ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ» республика конкурсында ҡатнашыусы

Республика конкурсы Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, Аҡмулла университеты менән берлектә ойошторолдо. Ярышта ҡатнашыусылар беренсе һәм психологик ярҙам күрһәтеү күнекмәләренән тыш, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тоторға өйрәнде, беренсе ярҙам күрһәтеүҙең яңы алгоритмдарын күрһәтте. Ярыштарҙы ирекмәндәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар баһаланы.