Асҡын районының Әмир ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсының республика кимәлендә көс һынаша


Дүрт быуатҡа яҡын тарихы булған Әмир ауылында «Имен йорт. Имен ауыл. Имен ил» тип исемләнгән йомғаҡлау сараһы үтте. Урындағы халыҡ саҡырылған ҡунаҡтарҙы мәсет алдында ҡаршы алып, ауылға экскурсия ойошторҙо. Улар «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан Әмир ауылы урамдары, йорт-ихаталар буйлап үтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған обелискка сәскә һалып, тыныс тормош өсөн һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алыу сараһы ла үтте. Әмирҙә Тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейы ла асылды. Унда төрлө мәғлүмәт, борондан ҡалған йорт кәрәк-яраҡтары, милли кейем өлгөләре урын алған. Музейҙы тулыландырыуға урындағы халыҡ ҙур өлөш индергән.