Башҡортостан юлдарында аварияларҙың күбеһендә водителдәр ғәйепле

Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдерҙе. Уҙған йылда республикала 2 мең 900-ҙән ашыу  юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 397 кешенең ғүмере өҙөлгән, 3 мең ярымдан ашыуы йәрәхәтләнгән. Аварияларҙың  85 процентында  водителдәр ғәйепле тип табылған.