Рәсәйҙә балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты

Административ кодексҡа төҙәтмәләр көсөнә инде. Дума спикеры Вячеслав Володин белдереүенсә, 11 йәштән 17 йәшкә тиклем үҫмерҙәрҙең фекерен белешкәндәр. Уларҙың 70 проценты тәмәке һатып алғанда бер ниндәй ҙә документ күрһәтмәүе тураһында белдергән. Хәҙер  яза ҡәтғиләште, балаларға тәмәке һатыусылар өсөн иң юғары штраф 2 миллион һумға еткерелде.