Башҡортостан Әзербайжан менән хеҙмәттәшлек итә

Мәләүез предприятиеһынан 15 тонна күркә ите оҙатылды. Ярым фабрикат лабораторияла тикшерелгән. Ул Баҡы билдәләгән бөтә  талаптарға яуап бирә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Быға тиклем Мәләүездән Гвинея, Конго һәм Бенинға күркә ите һатылды.