Ватанды Һаҡлаусылар йылына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналған сараның төп маҡсаты - башҡорт халҡының тарихын популярлаштырыу һәм мәҙәниәтен үҫтереү.
Билдәле булыунса, башҡорттар элек-электән йыйындарҙа һәм һабантуйҙарҙа көс, етеҙлек һәм сослоҡ буйынса еңеүселәрҙе билдәләгән. Шуға ла бер нисә йыл ээлек төбәктә традицион спорт төрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында башҡорт халыҡ ярыштарының төп, киң таралған төрҙәре булдырылды.
Һуңғы йылдарҙа «Бәйге» башҡорт күп алышы район һабантуйҙарында үткәрелә. Команда составында биш кеше. Улар арҡан тартыу, бүрәнә тәгәрәтеү, уҡтан атыу кеүек спорт төрҙәрендә көслөләрҙе асыҡланы. Олойылға ауылында ойошторолған «Бәйге»лә үҙ оҫталығын республика хөкүмәте командаһы ла һынап ҡараны.