Тормош йылъяҙмасыһы. Ошо исем аҫтында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Кисә әҙиптең яҡындары, ғалимдар, әҙәби тәнҡитселәр һәм йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Унда Яныбай Хамматов ижадының милли үҙенсәлекте формалаштырыуҙағы йоғонтоһо, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға индергән өлөшө тураһында һүҙ барҙы. Яныбай Хамматовтың 100 йыллығы уңайынан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә әҙиптең «Алтын юлағым» тип исемләнгән автобиографик романы ла донъя күргән.