«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре «Журналистар урындағы үҙидаралыҡ өсөн» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Дәүләт Думаһының Союздар йортонда үтте. «Юлдаш» радиоһы журналисы һәм алып барыусыһы Рәсүл Сәғитов «Радио» номинацияһында беренсе урын яулаһа, «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина «иң яҡшы телесюжет» номинацияһы лауреаты булды. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған бәйге Рәсәй Журналистар союзы менән Рәсәйҙең муниципаль академияһы тарафынан ойошторолған.