Ярыш БАССР-ҙың тәүге мәғариф министры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы полкы комиссары Сәғит Әлибаев иҫтәлегенә ойошторолдо. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә уҙған сараға Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Ейәнсура райондары, Күмертау ҡалаһы һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре йыйылды. Сәмле бәйгенең юғары кимәлдә үтеүенә Марсель менән Дилара Ярышевтар күп көс һалған. Был ғаилә бөгөн Күмертауҙа уҡсыларҙың «Ҡыпсаҡ» клубын етәкләй. Башҡорт халҡының тарихын сағылдырған ярыш ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде. Ҡатнашыусылар шулай уҡ күренекле йәмәғәт эшмәкәре Сәғит Әлибаевтың таҡтаташына сәскә һалды. Мәҙәниәт һарайында дауам иткән сара Көйөргәҙе һәм Ырымбур артистарының концерт номерҙары менән дауам итте.