Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, аҡсаның 436 миллионы федераль үҙәктән бүленгән. Һөҙөмтәлә, урта һәм бәләкәй бизнес өлкәһендә эшләүселәр һаны артыуы теркәлгән. Беҙҙең республика социаль эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.