Ватанымды яратырға, яҡшы уҡырға, ышаныслы дуҫ булырға. Өфөнөң 41-се мәктәбендә кадеттар сафы киңәйҙе. Рәсәй кадеттары көнө уңайынан ойошторолған сарала 20 уҡыусы тантаналы шарттарҙа ант бирҙе. Байрамды кадеттар балы айырыуса йәмләне. Алдынғы уҡыусыларға кадет наградалары тапшырылды. Йәш илһөйәрҙәрҙе байрам менән ветерандар, махсус хәрби операция яугирҙары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҡотланы. Белем биреү учреждениеһында хәрби һәм патриотик әҙерлек 2015 йылдан алып үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә3 кадет класы сығарылған.