Рәсәйҙең иң ҙур дәүләт сәхнәһе фойеһында башҡорт тирмәһе. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙәге гастролдәре уңайынан Дәүләт Кремль һарайында ике ҙур тирмә ҡормаҡсы. Ижади коллективтың мәҙәниәт учреждениеһындағы был тәүге ҙур концерты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Профессиональ башҡорт хореографияһына нигеҙ һалыусы Фәйзи Ғәскәровтың «Зарифа» бейеүе. Тәүге тапҡыр ул сәхнәгә 1939 йылдың 20 мартында БАССР-ҙың 20 йыллығына арналған сарала сығарыла. Һәм бөгөн дә ул сәхнәнән төшмәй, тотош донъя халыҡтары аяғүрә алҡышлаған төп бейеүҙәрҙең береһе. Ул тиҙҙән Кремль дәүләт һарайында үтәсәк концерт программаһында ла индерелгән.
Сәғәттәргә һуғылған репетициялар менән бергә, тегеү цехында ла эш бер минутҡа ла туҡтамай. Һәр бейеүсегә айырым костюм тегелә, ситектәр әҙерләнә.
Кремль дәүләт һарайында ғәскәровсыларҙың конкурс-фестивалдәрҙә сығыш яһағаны булған. Ә айырым концерт программаһын улар беренсегә тәҡдим итә. Мәскәүҙән һуң, республика район-ҡалалары буйлап ҙур гастролгә сығыу ҙа күҙаллана.
Ә Кремль һарайында концерт 11 мартҡа билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин