Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғабдулла Ғиләжевтың тыуыуына - 95 йыл.
Тарихи дата айҡанлы арҙаҡлы шәхестең коллегалары, уҡыусылары Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында хәтер кисәһе үткәрҙе. Сәхнә оҫталары күренекле режиссер, актер, педагог тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, Ғабдулла Ғабдрахман улы ҡуйған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте. Ғабдулла Ғиләжев Бүздәк районының Ҡаңны Төркәй ауылында тыуып үҫкән, бар ғүмерен сәхнәгә, ижадҡа бағышлаған актер, режиссер, педагог. 16 йыл Рус драма театрының баш режиссеры була, сәхнәгә төрлө жанрҙағы 5 тиҫтәнән ашыу спектакль сығара. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрын ойоштороусыларҙың береһе була. Ғабдулла Ғабдрахман улы үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы һәм кешелекле шәхес булды, ти хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар. Юлай Ғәйнетдинов 90-сы йылдарҙа Ғабдулла Ғиләжевты башҡорт йыйынына режиссер итеп саҡыра, ул был сараны һоҡланыу һәм оло хөрмәт менән иҫкә ала.
Ғабдулла Ғиләжев тотош бер быуын сәхнә оҫталары әҙерләй. Уҡыусылары бөгөн илдең, республиканың төрлө театрҙарында эшләй. Остаздарын улар тик йыл һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Атайҙарса йылы мөнәсәбәттә булды, ижади уңыштарыбыҙ ғына түгел, көнкүреш шарттарыбыҙ менән дә һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып торҙо, ти улар.