Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы коллегияһы ултырышында белдерелде. Уҙған йылда 800 гражданға бушлай юридик ярҙам күрһәтелгән. 10 миллион һумдан ашыу суммаға матди зыян ҡайтарып бирелгән, тип белдерҙе Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев.