Өфөлә ойошторолған «Киләсәк командаһы» форумында ауыл хужалығы өлкәһендә иң яҡшы һәм уңышлы бизнес-проекттар өйрәнелде. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашып, тармаҡ өсөн көнүҙәк булған мәсьәләләр күтәрҙе. Ҡаланан ситтә эш асыу, хужалыҡ алып барыу мөмкинлектәре һәм дәүләт ярҙамы тураһында киләһе яҙма.
«Ҡымыҙ бароны» булараҡ танылыу алған Айтуған Фәттәхов бөгөн тыуған яғы - Әбйәлил районында йылҡысылыҡтан тыш, агротуризмды ла үҫтереү менән шөғөлләнә. Биләмәлә һыбай ғына түгел, квадроциклда ла йөрөп була. Шулай уҡ ял йорттары ла төҙөлгән. Ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу менән дә таныштырылар. Ата-әсәһенең эшен дауам итеп, уңыш ҡаҙанған яҡташыбыҙ юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары менән дә осрашып, ауылда эш асыу өсөн булдырылған шарттар, төрлө грант программаларында ҡатнашыу мөмкинлектәре тураһында һөйләй.
«Киләсәк командаһы» тип исемләнгән ауыл йәштәре форумында ҡатнашыусылар менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та осрашты. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында ҙур һәм бәләкәй ҡалаларҙан ситтә йәш кадрҙарға ихтыяж юғары булыуын билдәләне. Шуға ҡарамаҫтан республика һөт, ҡымыҙ, бал, һыйыр ите, картуф һәм шәкәр сөгөлдөрө етештереү буйынса ил кимәлендә алдынғы урындарҙы биләй.
Яңы ғына эш башлаусы фермерҙар өсөн «Агростартап» программаһы эшләһә, «Ғаилә фермалары» буйынса ла грант алып хужалыҡты үҫтерергә мөмкин. Осрашыуҙа федераль гранттар һәм субсидиялар тураһында һүҙ барҙы. 2025 йылға Башҡортостанға ҡаралған ярҙам күләме яҡынса 5 млрд һум тәшкил итә, бынан тыш, льготалы банк продукттары ла ҡаралған. Радий Хәбиров тармаҡтың технологик яҡтан тиҙ үҫешеүен дә билдәләп үтте.
Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Йәштәрҙе, тәү сиратта, дәүләт ярҙамы саралары ҡыҙыҡһындырҙы. Экологик туризмды үҫтереү, экофермалар булдырыу, ауылдарҙа эскелек менән көрәш мәсьәләләре лә күтәрелде. Сара сиктәрендә техник киндер үҫтереүҙе төбәк кимәлендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр исемлегенә индереү тәҡдиме лә яңғыраны.
БСТ каналының «Мегасело» проекты ла тамашасыларҙы, тәү сиратта, ауыл тормошо, биләмәнең үҫеше, тырыш халҡы менән таныштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Форум барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров проекттың уңышлы булыуын билдәләп үтте.
Башҡортостан башлығы Кесе Ватанын ихлас яратҡан, ауылда эшләп, уны үҫтерергә тырышҡан йәштәр менән осрашыуҙан тик яҡшы тәҫораттар ҡалыуын билдәләне.
Республикала ауылдарҙы үҫтереү, медицина, мәғариф учреждениелары, спорт объекттары төҙөү буйынса һөҙөмтәле, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Төпкөлдәрҙә лә хәҙер юғары тиҙлекле интернет, мобиль элемтә бара. Быларҙың барыһы ла биләмәлә йәшәүсе халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртып, йәштәрҙе тыуған ерендә ҡалдырыуға булышлыҡ итә.
Гөлназ Хәйбуллина