Өфө халыҡ-ара төҙөлөш форумын ҡабул итә

Бөгөн Өфөлә “Урал төҙөлөш индустрияһы” һәм “Күсемһеҙ милек” форум-күргәҙмәһе асылды. Эшлекле йыйын ВДНХ- Экспо күргәҙмәләр комплексында ойошторолған. Республика төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, сарала тармаҡ үҫеше мәсьәләләре  тикшерелә һәм  яңы милли проект ҡарала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өс көн дауам иткән форумда илдең төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу компания ҡатнаша. Эшлекле программа барышында пленар ултырыш һәм тармаҡты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре буйынса 20-нән ашыу тематик секция ҡаралған.