Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 98 ихата төҙөкләндерелә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, һуңғы биш йылда 1 мең  300-ҙән ашыу ихатаны тәртипкә килтереү өсөн алты миллиард һум аҡса тотонолған. Уҙған йылда 143 ихатаға ремонт эшләнгән. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 1 миллиард һум йүнәлтелгән.