Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә


Был хаҡта Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев президент кәңәшмәһендә хәбәр итте. Ул билдәләүенсә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларын күберәк Мәскәү, Краснодар, Башҡортостан һәм Татарстан яҙҙыра. Шул уҡ ваҡытта һуңғы биш йылда гәзит-журнал алдырыусыларҙың дөйөм күләме ике тапҡырға кәмегән. Әгәр 2019 йылда 500 миллионға яҡын баҫма таратылһа, былтыр ул 257 миллион дана тәшкил иткән. Был шул иҫәптән һанлы инфраструктураның үҫеше һәм ауыл ерендә интернет барлыҡҡа килеүе менән бәйле, тине федераль министр.