Һуңғы аҙнала Башҡортостанда миҙгел респиратор инфекциялар менән сирләүселәр 10,7 процентҡа артҡан. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ауырыуҙар 26 меңдән ашҡан, уларҙың яртыһы 14 йәшкә тиклем балалар. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Биш айлыҡ ҡына Радмир февралдең тәүге көндәрен республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында үткәргән. Яҡындары билдәләүенсә, сабыйҙың температураһы 39-ға тиклем күтәрелгән. Дауаханала тапшырылған анализдар буйынса уға грипп диагнозы ҡуйылған.
Грипп йоғошло ауырыу. Был сирҙе тотош ғаилә үткәргән. Радмирҙың өләсәһе Әнисә Хәбибуллина ла аҙна дауамында юғары температуранан, көслө йүтәлдән яфаланған. Өйөнә терапевт саҡыртып, дауалау курсы үткән. Медицина тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе лә шул уҡ диагнозды күрһәтә - грипп.
Башҡортостан буйынса грипп һәм башҡа респиратор инфекциялар менән сирләүселәр артыуы күҙәтелә. Карантинға ябылған мәктәптәр, айырым кластар, шулай уҡ балалар баҡсаларындағы төркөмдәр бар. Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, ауырыу миҙгелгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта стационарҙа ятыусыларҙың күбеһе быға тиклем прививка ҡаҙатмаған.
Табиптар билдәләүенсә, алдағы ике-өс аҙнала грипп һәм башҡа респиратор инфекция ауырыуҙары тулҡыны дауам итәсәк. Шуға күрә һаулыҡҡа иғтибарлы булыу талап ителә, сирҙән һаҡланырға ябай ғына санитар-гигиена ҡағиҙәләрен үтәү ҙә ярҙам итә. Шуны онотмағыҙ!
Гөлназ Хәйбуллина