Берҙәмлектә көс. Хәйбулла районы халҡы ҡаһарман яугирҙарға тылдан ярҙам ҡулы һуҙа. Махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк сираттағы гуманитар ярҙам һәр ауылдан йомарт һәм ихлас кешеләр тырышлығы менән тупланған. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Хәйбуллалар махсус операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙамды һалдаттар ихтыяжын иҫәпкә алып туплаған. Махсус хәрби операция башланғандан алып район халҡы яугирҙарға гуманитар ярҙам ебәреүҙә әүҙемлек күрһәтә. Ватан һаҡсылары көнө алдынан район халҡы сираттағы гуманитар конвой йыйыуға тотонған.
Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы ауыл клубына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, йылы кейем-һалым, ойоҡбаштар, гигиена кәрәк-яраҡтары килтерҙе. Ауылда һарыҡ йөнөнөң мыҫҡалын да әрәм итмәй, эшкәртеүсе оҫталар бар. Улар етештергән йылы билбауҙар алғы һыҙыҡҡа ебәреләсәк.
Алғы һыҙыҡтағылар үтенесе буйынса Федоровка ауылы халҡы фронтҡа ебәреү өсөн дронға ҡаршы 170 юрған теккән. Улар өсөн материалдар «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында яуланған премия аҡсаһына һатып алынған. Юрғандар тепловизор менән һынауҙы уңышлы үткән.
Гуманитар ылау бер нисә йүнәлешкә юлланасаҡ. Йөк адреслы посылкаларҙы, генераторҙарҙы, иретеп-йәбештереү аппараттарын, бензобысҡыларҙы, маскировка селтәрҙәрен, ҡыҫҡаһы һалдаттар өсөн кәрәкле башҡа бик күп әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала. Бынан тыш күсмә мунса һәм мотоцикл да ебәрелә.
Гүзәл Борханова