Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 144-се гуманитар ылау юлға сыҡты


Йөк составында автомобилдәр, бронялы йөк машиналары, тракторҙар, башҡа төр техника, мобиль мунса, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, медикаменттар тейәлгән. Туғандарынан посылкалар ҙа бар. Ярҙам мобилизацияланыусылар, «Башҡортостан» полкы һәм исемле батальон яугирҙары өсөн тәғәйенләнгән.