ВДНХ-Экспо майҙанында ойошторолған күләмле экспозицияла Рәсәйҙәге 80 ойошма үҙ стендын тәҡдим итте. Өс көн дауам итәсәк форумда эшлекле программа, тәжрибә майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Төҙөлөш өсөн зауыҡлы таштар, кирбестәр, йорт макеттары һәм башҡа өлгөләр бер урында. Өфөлә асылған Урал төҙөлөш индустрияһы форум-күргәҙмәһе төҙөлөш тармағы вәкилдәрен берләштереп, тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде. Торлаҡ һәм төҙөлөш объекттарын төҙөү өсөн махсуслашҡан ҡеүәтле ойошмалар үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы.
Форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә пленар ултырыш үтте. Бынан тыш белгестәр 20-нән ашыу тематик секцияла сығыш яһаны. Эшлекле майҙансыҡтарҙа федераль эксперттар ҡатнашты.
Урал төҙөлөш индустрияһы форумында видеобәйләнеш аша тимер-бетон етештереү производствоһына старт бирелде. Яңы завод баш ҡалала төҙөлөш темпын арттырып йылына 170 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индереү мөмкинлеге бирә. Тимер-бетон етештереү заводында 180 яңы эш урыны булдырылған.
Форумда ҡатнашыусылар төҙөлөш тармағында кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, торлаҡ төҙөлөшө күләмен һәм темптарын арттырыу, һанлы технологияларҙы һәм яһалма интелектты файҙаланыу буйынса фекер алышты. Форумдың төп маҡсаты -республика халҡын, партнерҙарҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостанда төҙөлөш тармағындағы эш һөҙөмтәләре һәм киләсәк пландар менән таныштырыу.
Флорида Ким