Бөгөндән Башҡортостанда яҙғы ташҡын буйынса штабтар эш башлай

Был турала ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында белдерелде. Уны вице-премьер Ирек Сәғитов уҙғарҙы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 44 ҡала һәм районда 300-ҙән ашыу биләмә һыу эсендә ҡалыуы ихтимал. Әле  ошо, иң хәүефле фараз буйынса әҙерлек бара. 25 район һәм ҡала янында йылғаларҙа 61 урында боҙ тығылыуы мөмкин. Боҙҙо шартлатыу эштәре буласаҡ. Март уртаһында республика кимәлендә әҙерлек ҡарала, унан һуң ташҡын буйынса фараз аныҡланырға тейеш.