Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Спикер Констатин Толкачев белдереүенсә, махсус операциянан әйләнеп ҡайтыусыларға эшһеҙлек буйынса пособие алыу өсөн килем тураһында белешмә кәрәк. Был документты Оборона министрлығы бирә. Белешмә әҙер булғансы ваҡыт үтә, ветеранға минималь пособие ғына түләнә. Шуға бындай граждандар өсөн килем тураһында белешмәһеҙ юғары пособие түләргә тәҡдим ителә, тине Республика парламенты рәйесе. Проект Дәүләт Думаһы ҡарауына тапшырыла.