Наградаларҙы республиканың баш федераль инспекторы Алексей Касьянов тапшырҙы. Илдең ҡаһарман геройҙарын тәрбиәләүсе, Рәсәй хәрби көстәре яугирҙарына һәм ветерандарына, шулай уҡ уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ихлас ярҙам иткән ир-уҙамандар һәр яҡлап хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ.
Әүҙем йәмәғәтселек эштәре менән шөғөлләнеүсе , махсус хәрби операция яугирҙарына, ветерандарға, уларҙың ғаиләләренә эскерһеҙ ярҙам итеүсе атайҙар, йәш быуынға өлгө булып тора. Быға тиклем миҙал 60 яугир атаһына тапшыралһа, был юлы улар тағы ла 17 кешегә артты.