Өфөлә «Рәсәй - халыҡтар йорто» Бөтә Рәсәй этнодиктанты уҙҙы


Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған сарала милли-мәҙәни үҙәк һәм мәғариф учреждениеларынан төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Иртәгә билдәләнәсәк Туған телдәр көнө уңайынан үткәрелгән диктанттың тексы «Тыныслыҡ иртәһе» тип исемләнгәйне. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.

Яҙма эштән һуң йәмғиәттә туған тел әһәмиәте мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл дә үтте. Яҙыусылар союзы менән бергә ойошторолған фекер алышыуҙа халыҡ-ара татыулыҡты нығытыуҙа телдең әһәмиәте тикшерелде. Ошондай акциялар республика район-ҡалаларында аҙна дауамында уҙасаҡ.