Өфөлә Йәштәр форумы старт алды


Бөгөн Өфөлә Йәштәр форумы старт алды. Ул колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын, мәктәп уҡыусыларын һәм төҙөлөш компанияһы вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы.

Сара берәүҙәргә буласаҡ һөнәр һәм уның мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәтте киңәйтеү, ә икенселәргә кадрҙар патенциалын баһалау һәм үҫтереү мөмкинлеге бирә. Егеттәр-ҡыҙҙар оҫталыҡ дәрестәрендә, практикум, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты Ошонда уҡ интерактив уйындар, вакансиялар йәрминкәһе һәм экскурсия уҙғарылды. «Йәш белгес - киләсәк төҙөүсеһе» төбәк форумын Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ойоштора. Әлегә тиклем ул Санкт-Петербургтан алып Көньяҡ-Сахалинға тиклем илдең 25 субъектында үткән.


Беҙ вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостандың буласаҡ төҙөлөш тармағы вәкилдәрен йыйҙыҡ. Форумда ташсыларҙан алып инженер-проектлаусыларға тиклем буласаҡ ҡалаларҙы, социаль учреждениеларҙы, спорт объекттарын төҙөүселәр ҡатнаша. Бөгөн беҙ бында студенттарҙы һәм мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, шулай уҡ буласаҡ эш биреүселәрҙе йәлеп итә алдыҡ, улар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша, бәйләнеш булдыра һәм аралаша ала.

Рөстәм Ғәзизов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары