Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы яугирҙарға гуманитар ылау әҙерләгән


Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ылау әҙерләгән. Был медицина учреждениеһы әҙерләгән тәүге генә ярҙам түгел. Быға тиклем дауахана хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға ике транспорт сараһы, медицина препараттары һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатҡан. Был юлы гуманитар ылауға дарыуҙар, гигиена әйберҙәре, йылы юрғандар, кейем-һалым тупланған. Табиптар әйтеүенсә, изге эштән бер кем дә ситтә ҡалмаған, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан. Медицина учреждениеһы коллективы тарафынан тупланған йәшниктәр Дим районы хакимиәтенә тапшырылды. Улар райондан әҙерләнгән гуманитар колонна составында махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә.


Махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға 10 миллион һумдан ашыу суммаға гуманитар ярҙам оҙаттыҡ. Ылауҙы тәү сиратта егеттәрҙең теләген, ихтыяжын иҫәпкә алып туплайбыҙ. Был эштә предприятиелар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, ябай халыҡ та әүҙем ҡатнаша. Дим районы ҡала клиник дауаханаһын айырым билдәләп үтер инем, коллектив гуманитар ярҙам йыйыуға ҙур өлөш индерә.

Иван Иванов, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы