Ул “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу контексында тел һәм оҡшашлыҡ” ғилми форумының йомғаҡлау сараһы булып та тора. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Халыҡ-ара кимәлдәге һөйләшеүҙә Белорусь республикаһының Милли фәндәр академияһы ғилми хеҙмәткәре ҡатнашты. Унда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәм Махсус хәрби операция шарттарында милли геройҙар роле, уларҙың ҡаһарманлыҡ өлгөләре ҡаралды. Сығыштарҙың береһе Салауат Юлаев образына бағышланды.