Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең сираттағы предуниверсарийы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһында асылды. Был белем усағының Проекттарҙы инициативалы бюджетлау конкурсында еңеүе һөҙөмтәһе. Предуниверсарийҙа мәктәп программаһы менән бергә вуз алдынан профилле фәндәр буйынса махсус уҡыуҙар алып барыласаҡ. Ошо маҡсатта гимназия Өфө фән һәм технологиялар университеты менән хеҙмәттәшлек итә. Уның буйынса уҡыусылар мәғлүмәт технологияһы өлкәһендә белем алып, киләсәктә юғары уҡыу йортоноң ошо уҡ йүнәлешенә маҡсатлы уҡырға инә ала.