Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде


Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә - Тамара Юлдашева Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде. Абруйлы наградаға нәфис һүҙ оҫтаһы бөйөк рус классигының тыуыуына 225 һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ойошторолоуға 65 йыл тулыу уңайынан лайыҡ булды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова дауам итә.

Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы бөйөк рус классигы ижадын таратыуға тос өлөш индереүсе әҙәбиәтселәргә тапшырыла. Әҙәби тәржемә өлкәһендә уңышлы эшләгән Тамара Юлдашева өсөн дә бөйөк классик әлегәсә рухи маяҡ булып ҡала һәм ул Пушкин әҫәрҙәренә йыш мөрәжәғәт итә. Әҙәби бүләк шағирәгә «Берҙәм Рәсәй» партияһы йәмәғәт ярҙамы штабында ойошторолған ижад кисәһендә тапшырылды. Шағирәне тәбрикләргә ижадташ дуҫтары, шиғриәт һөйөүселәр, йәш быуын вәкилдәре йыйылды.

Әҙәби кисәлә шағирәнең әҫәрҙәре ҡурай моңо оҙатыуында яңғыраны, шиғырҙарҙы театр актерҙары һәм Тамара Ишбулды ҡыҙы үҙе уҡыны. Уның шиғырҙарына йырҙар ҙа яңғыраны. Шағирә өсөн ижадын һөйөүселәр менән даими осрашып тороу мөһим ҡанун. Сөнки тап ошондай зауыҡлы осрашыуҙар ижадсыны яңы әҫәрҙәргә илһамландыра, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә әйҙәй.

Кисәлә билдәле шағирәнең күп яҡлы ижады тураһында фекерҙәре менән ҡәләмдәш дуҫтары уртаҡлашты. Һуңғы йылдарҙа Тамара Ишбулды ҡыҙы үҙен күләмлерәк шиғри әҫәрҙәрҙә һынап ҡарай, поэмалар ҙа ижад итә. Яңы эпик әҫәрҙәрен ул әлеге ваҡытта ил азатлығын һаҡлаусы яугирҙарға, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм артабанғы тормошта хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән яҡташтарына арнамаҡсы.

Гөлдәриә Йосопова