Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Александр Скорняковтың күргәҙмәһе асылды

Ватан һаҡсыларын ҡеүәтләп. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында шәхси күргәҙмә асылды.

Театрҙың эрмитаж залында Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Александр Скорняковтың 19 картинаһы менән танышырға мөмкин. Быға тиклем тыныс тормош пейзаждарын буҫтауға күсереүсе ҡылҡәләм оҫтаһын хәрби темаға тотоноуға рухани отец Виктор менән башҡорт яугирҙарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәттең алғы һыҙыҡтағы эшмәкәрлеге илһамландырған. Намаҙ ваҡытында яугир иптәшен дошман утынан ҡаплай. Һуғышта һәләк булған Донбасс балаларына арналған картина ла тетрәндергес. Төрлө милләтән булған яугирҙарҙы Рәсәйәҙе нацистарҙан ҡотҡарыуға йүнәлтелгән көс берләштерә.