Игорь Комаров Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы:

«Был батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ байрамы. Волга буйы федераль округында патриоттар йәшәй, улар үҙҙәренең ныҡышмалы хеҙмәте, таланты һәм тоғролоғо менән Рәсәйҙең ҡеүәтен һәм байлығын арттыра, уның оборонаһын һәм хәүефһеҙлеген нығыта. Әлбиттә, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүсе һәм ҙур илебеҙҙең милли мәнфәғәттәрен яҡлаусы яугирҙарға, шулай уҡ улар тураһында хәстәрлек күргән ирекмәндәргә рәхмәт белдерәм. Алғы һыҙыҡтағыларға рух ныҡлығы һәм тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйем!» - тиелә Игорь Комаровтың Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлауында.