Башҡортостанда Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөргә теләүселәр арта


Республика һайлау пунктында доброволецтарҙың айырыуса күп килеүе теркәлгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, процедураны Өфөләге «Черёмушки» балалар лагерында асылған махсус үҙәктә үтергә мөмкин. Урында банк иҫәбе асыу, медицина тикшеренеүе үтеү, хатта ҡайһы бер кәрәкле документтарҙы тергеҙеү өсөн белгестәр эшләй.

Бынан тыш, үҙәктә буласаҡ яугирҙар ҡайһы бер хәрби дисциплиналар, әйтәйек, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса уҡыуҙар үтә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт төҙөүселәр өсөн түләү күләме артып, 2 миллион һум тәшкил итә. Ай һайын күскән кәмендә 210 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡын иҫәпкә алғанда, тәүге йылда хәрби 5 миллион һум тирәһе аҡса аласаҡ.