Яҡташ яугирҙарға ярҙам. Баймаҡ районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 30-сы ылау юлланды. Һалдаттарға адреслы ярҙам хеҙмәт ойошмаларынан, йәмәғәт берекмәләренән, шәхси эшҡыуарҙарҙан, шулай уҡ битараф булмаған граждандарҙан тупланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Баймаҡ районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 30-сы ылау юлланды. Унда алғы һыҙыҡҡа кәрәкле техника, аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары оҙатылды. Беренсе Этҡол ауылының ир-егеттәр ҡоро яугир яҡташтары менән һәр саҡ бәйләнештә. Һәм был юлы улар техника һорап мөрәжәғәт итәләр. Тиҙ арала УАЗ буханка автомашинаһын һатып алыуға, запас частарын яңыртыуға, буяуға, яу яланында йөрөү өсөн ҡулайлаштырып эшләүгә ауыл биләмәһендә йәшәүселәр аҡса йыйыя, был изге эштән ауыл халҡы ситтә ҡалмай, яҡташ һалдаттарға посылкалар әҙерләүҙә лә улар әүҙем ҡатнаша.
Махсус хәрби операция башланғандан алып райондың күп шәхси эшҡыуарҙары, фермерҙары гуманитар ылау туплауҙа тос өлөш индерә. Был юлы ла Андрей Юлғотлин, Булат Рәжәпов һәм Айҙар Ғәликәев 60 кубометр ағас материалдары менән ярҙам итте.
Районда ирекмәндәр хәрәкәте лә әүҙем эшләй. Ылау яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән 4 йүнәлешкә барып етәсәген күҙ уңында тотоп посылкалар тигеҙ бүленде. Баймаҡтарҙың күңел йылыһы һалып, берҙәмлек менән йыйылған әйберҙәре һәр һалдатҡа тыуған яҡ сәләме менән оҙатылды.
Раушания Рәхимова